Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
9 Июнь 2018, 15:04

Фәһемле лә, файҙалы ла китап

Ҡырҡ йыллап балалар уҡытҡан һәм шуның һуңғы 20 йылын татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөрө ҡала һәм районында берләшмә етәксеһе вазифаһын башҡарған, шул уҡ ваҡытта Бөрөнөң юғары уҡыу йортонда татар теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса лекция, практикум дәрестәре лә алып барған Фәрит Фәйзел улы Рәхимовтың “Ил күҙенең ҡараһы” исемле китабы донъя күрҙе. Фәрит ағайҙың ҡыҙы Әнфисә Ғәлимйәнова ла был эштә ҙур өлөш индерҙе.

Был хеҙмәт эш тәжрибәһенән сығып, оло шағир Ғабдулла Туҡайға арнап яҙылған. Ул өс өлөштән тора. Үҙ эсенә теоретик һәм практик материалдар ҙа туплаған. Өфө 1-се татар гимназияһы директоры Әнфисә Ғәлимйәнова китапты баҫтырҙы һәм практикум өлөшөн һынауҙы мәктәп уҡытыусылары уңышлы үтәне. Инеш һүҙҙә китаптың йөкмәткеһенә ҡарата фекерҙәр, был хеҙмәттең яҙылыу маҡсаты әйтелә.

Китаптың беренсе өлөшөндә ғалимдарҙың һәм әҙәбиәтселәрҙең шәхес булараҡ Ғабдулла Туҡайға, ижадына биргән баһалары, ихлас күңелдән әйтелгән яҙмалары тупланған. Әҙиптең биографияһында осраған аҡ таптарҙы асыҡлау ҙа урын алған, сөнки йыш ҡына уҡыусылар һәм Ғ. Туҡай тормошон өйрәнеүселәрҙә һорауҙар тыуа.

Икенсе өлөштә туған телде һәм әҙәбиәтте уҡытыу барышында уҡыусыларҙа рух ныҡлығы, әхлаҡи сифаттар, телһөйәрлек, илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләһе Туҡай ижадында нисек рифмаға һалыныуы аңлатылған. Халыҡтар дуҫлығы – донъя именлеген һаҡлау, тип нисә тапҡыр ҡабатлаған шағир, төрлө милләт вәкилдәрен үҙ-ара татыу, аңлашып йәшәргә саҡырған. Әҙәби тәнҡит материалдарында, замандаштары һәм ҡәләмдәштәре менән хатлашҡан яҙмаларында тоғролоҡ, дөрөҫлөк, милләткә хеҙмәт итеүҙе алғы планға ҡуя. Мөхитте, халыҡты, Ватанды һөйөүҙе ата-әсәнән килгән иң изге васыят итеп ҡабул итергә кәрәк, тигән фекерҙе хуплай. “Һүҙ бер көнлөк, тел – ғүмерлек” тигән халыҡ мәҡәле әҙип ижадында ҡыҙыл таҫма булып ята.

Өсөнсө өлөш – практикум. Унда Ғ. Туҡай хеҙмәттәрен өйрәнеү, балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алып, ғәҙәти булмаған инновацион дәрес һәм кисәләр, тасуири уҡыу һәм әңгәмәләр, уйындар ойоштороу өлгөләре лә урынлаштырылған. Хатта Туҡайҙы үҙ әҙәби геройҙары менән йәнәшә ҡуйып һөйләшеү алымы ла бирелгән. Улар сабыйҙар, уҡыусылар, йәштәр менән эш иткәндә ярҙам итмәй ҡалмаҫ, тигән фекерҙә ҡалабыҙ.

Авторҙар был китапты сығарырға ярҙам иткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостанда татар милли мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшеваға һәм БДУ-ның Бөрө филиалы профессоры Ришат Хәсәновҡа рәхмәтле. “Хеҙмәттең уҡыусыларға ярҙамы булһа бик тә шатбыҙ, кәмселек йәки өҫтәлмәләр, йәки кәңәштәр булһа – хаттар көтәбеҙ”, – ти Фәрит Фәйзел улы.
Читайте нас: