Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
9 Июнь 2018, 14:39

Борай районының һәләтле педагогы Эльвира Хәлилова Өфөнән еңеү менән ҡайтты

“Йөрәгемде балаларға бирәм” Бөтә Рәсәй өҫтәмә белем биреү педагогтарының һөнәри оҫталыҡ конкурсының республика этабы Өфөлә үтте. Унда Борай Балалар ижады йортоноң “ Хәүефһеҙлек мәктәбе” берләшмәһе етәксеһе Эльвира Хәлилова ҡатнашып, еңеү яуланы.Бәйгелә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 41 педагог ҡатнашты. Эльвира Сергеевна конкурстың бөтә этаптарында ла лайыҡлы сығыш яһап, үҙен оҫта педагог итеп танытты.

Беренсе һынау — “Минең педагогик кредо” тип исемләнгән видеопрезентация, икенсеһе — өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһын яҡлау. Тәжрибәле педагогыбыҙ был эштәрҙә иң күп балл йыйҙы. Ул асыҡ дәрестә балаларҙа үҙенең фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, барыһының да берҙәм эшмәкәрлеген ойошторҙо. Дәрес үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс үтте, тип таба жюри ағзалары. Бирелгән темаға эссе лә яҙҙы. Педагог унда үҙенең фекерләү ҡеүәһен, үҙенсәлекле һәм заманса логикаһын иҫбатланы. Ойоштороу комитеты ағзалары ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Бында бәйгеселәр мәғариф һәм йәмғиәттең хәҙерге заман үҫеше йүнәлешен белеү һәм аңлауын, дөйөм һөнәри эрудицияға эйә булыуҙарын, үҙҙәренең позицияһын яҡланы.

Һәр һынауҙа Эльвира Хәлилова иң күп балл йыйҙы һәм туризм, тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлеше буйынса I урынға лайыҡ, тип табылды. Райондашыбыҙ сентябрҙә үтәсәк бәйгенең Бөтә Рәсәй этабында Башҡортостан исемен яҡларға әҙерләнә. Беҙ уға ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Светлана Тимерйәнова, Балалар ижады йорто педагогы
Читайте нас: