Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
7 Июнь 2018, 15:47

”Йәнтөйәк” төбәк гәзите мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаеваны матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Уға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңолай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһеләй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, эшеңдә уңыштар, балалар шатлығы һәм парлы тигеҙ ғүмер теләйбеҙ. Иртәләре – ҡояшлы, көндәре – аяҙ, кистәре – айлы, уйҙары – яҡты, күңеле һәр ваҡыт тыныс булһын.

Ғүмерең хазинаһына

Өҫтәлде тағын бер йыл,

Моңайма йылдар үтә тип,

Йылмай һин - бәхетле бул!

Ҡотло булһын байрамың,

Тыныс булһын күңелең,

Шатлыҡ- һөйөнөстәр менән

Тулы булһын ғүмерең!

Ғәмле йылдар, йәмле көндәр

Теләйбеҙ бар йөрәктән!

Һис кисектермәй ысынға ашһын

Беҙҙең күркәм теләктәр!

Иң изге теләктәр менән ”Йәнтөйәк” гәзите коллективы.