Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
7 Июнь 2018, 17:32

Балтастан Азалия менән Айгиз «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара конкурсында уңышлы сығыш яһаны

Сибай ҡалаһында XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте. Өс көн дауамында барған бәйге ҡаланың Үҙәк майҙанында гала-концерт менән тамамланды.


Йәш сиген киңәйтеү һәм 50 йәшкәсә бәйгеселәргә ҡатнашырға рөхсәт итеү быйылғы конкурстың яңылығы булып тора. Ярыштар 16 йәшкәсә һәм 16-50 йәш төркөмдәрендә үтте. Мәртәбәле конкурста Балтастан Балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Рәзидә Әхмәтова етәкселегендә Айгиз Хәйҙәршин менән Азалия Хәсәнова ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай һәм лауреат Дипломдары алып ҡайта. Уҡыусыларында башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләп, башҡарыу оҫталығын үҫтергәне өсөн тәжрибәле педагог Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

— Айгизгә 17 йәш, X класта белем ала. Ул 11 бала тәрбиәләүсе Альбина һәм Венер Хәйҙәршиндар ғаиләһендә дүртенсеһе булып буй еткерә. VI класта уҡығанда Балалар сәнғәт мәктәбендә минең класта йыр бүлегендә белем ала башланы. Бер йылдан һуң Наил Ғәлләмов етәкләгән халыҡ уйын ҡоралдары ансамблендә лә шөғөлләнде. Һәләтле егет үҙ аллы эшләргә ярата, йырҙарҙы бик тиҙ үҙләштерә. Отчет концертында Айгиз башҡорт халыҡ йырын башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланы. Ошонан башлап ул халыҡ йырҙарын үҙ итә. Эстрада йырҙары менән бергә халыҡ йырҙарын да йырлап, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы, — тип уҡыусыһы тураһында ғорурланып һөйләне Рәзидә Әхмәтова. — “Ирәндек моңдары”нда Айгиз беренсе турҙа — “Азамат”, “Ҡурай бәйете”н, икенсеһендә “Һандуғас”, “Зөлхиҙә”не башҡарып, гала-концертҡа уҙҙы. Ул үҙешсән башҡарыусылар араһында лауреат Дипломы менән бүләкләнде. Мәртәбәле жюри рәйесе Фәрзәнә Сәғитова Айгизде XI кластан һуң сәнғәт институтына уҡырға саҡырҙы. Ә Азалия Хәсәноваға 11 йәш, V класта белем ала. Ул өс бала тәрбиәләүсе Лилиә һәм Булат Хәсәновтар ғаиләһендә иң өлкәне. I класта уҡығанда миндә шөғөлләнә башланы. Бик зирәк, һәләтле, отҡор ҡыҙ. Йырҙарҙы тиҙ ятлай. Репертуарында башҡорт, татар, рус халыҡ йырҙары урын алып тора. Классик йырҙарҙы ла теләп өйрәнә, эстрада йырҙарын да ҙур оҫталыҡ менән йырлай. Йыл да район, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, лауреат булды. “Ирәндек моңдары”нда “Ай, Уралым”, “Гөлкәйем” йырҙарын микрофонһыҙ һәм музыкаль оҙатыуһыҙ башҡарып, III дәрәжә лауреат Дипломына лайыҡ булды. Бында ишеткән яңы йырҙарҙы өйрәнергә лә теләк белдерҙе.

Шулай итеп, бәйге бер тында шаулап-гөрләп үтә. Башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелгән сарала 90-лап кеше ҡатнаша. Конкурс йылдан-йыл киңәйә, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта бара.

Наилә Имаева.
Читайте нас: