Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
6 Июнь 2018, 18:45

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Балтас районы балалары автобуслы булды

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Балтас районы балалары автобуслы булды. Байрам тантанаһы район Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда башланды. Төрлө йәштәге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, күңел асты, фойела һүрәт төшөрҙө, еңеүселәр бүләкләнде.

Мәҙәниәт һарайы залында үткән тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар — район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фирдәүес Рәхимов, Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпромтрансгаз Уфа” йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәриповтың вәкиле — компанияның профсоюз ойошмаһы әйҙәүсе белгесе Тимур Йосопов ҡатнашты.

Тимур Йосопов, Шамил Ғосман улының тәбрикләүҙәрен еткереп, районға социаль ихтыяждар өсөн автобус бүләк итте.

Тантананан һуң тамашасыларға бай йөкмәткеле байрам концерты тәҡдим ителде.

Дамир Хәйртдинов.
Читайте нас: