Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
23 Апрель 2018, 18:46

Балтас гүзәле Сулпан Кашанова республика бәйгеһендә Гран-при яуланы

Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Сулпан Кашанова 15-се тапҡыр үткәрелгән “Татар кызы - 2018” республика матурлыҡ бәйгеһендә Гран-при яуланы. Октябрҙә ул Ҡазанда үтәсәк халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Сулпан Кашанова 15-се тапҡыр үткәрелгән “Татар кызы - 2018” республика матурлыҡ бәйгеһендә Гран-при яуланы. Октябрҙә ул Ҡазанда үтәсәк халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Республика бәйгеһенең беренсе һәм икенсе һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, финалда сығыш яһау хоҡуғы алған 12 ҡыҙ “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә бейеү, подиумда йөрөү, тасуири һөйләү һынауҙары аша “Татар кызы - 2018” ҡалпағы өсөн ярышты. Ҡыҙҙар мосолман, европа кейемдәре, туй күлдәктәре коллекцияларын күрһәтте. Сюжетлы күмәк татар бейеүендә, фольклор күренештәрҙә лә сығыш яһанылар. Республиканың мәртәбәле шәхестәре булған татар ҡатын-ҡыҙҙарының тормош юлдары менән таныштырҙылар. Был биремдәрҙе үтәүе Сулпанға ауыр булманы, сөнки ул остазы Раушания Хәсәнова етәкселегендә “Зөлфиә” өлгөлө балалар бейеү ансамбле составында ла, солист булараҡ та республика, Рәсәй, халыҡ-ара бейеү конкурстарында ҡатнашып, күп тапҡыр еңеү яулаған һәләтле ҡыҙ. Әсәһе Гөлназ Дамир ҡыҙы — оҫта бейеүсе, атаһы Шамил Рәфис улы сәнғәткә, театр донъяһына ғашиҡ нәҫел вәкиле. Ата-әсәһе Сулпанды милли рухта, татар ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итеүсе ғаиләлә инсафлылыҡ һәм әҙәплелек тәрбиәһе биреп үҫтерҙе. Сулпан тормош юлын сәнғәт менән бәйләргә ниәтләй.
Райондың берҙәм көйәрмәндәр коллективы һуңғы ун көн дауамында Сулпан өсөн интернет тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты, театр залында Балтас гүзәленең һәр сығышын хуплап, алҡышланы. Өфөгә финалға бара алмағандар “Татар кызы - 2018” бәйгеһе финалының онлайн-трансляцияһын күҙәтеп барҙы. Сулпандың һөйкөмлөлөгө, зифа буй-һыны, экзотик матурлығы, театраль һәм бейеү һәләте, татар телендә һөйләү оҫталығы, ғаиләһенең, көйәрмәндәренең позитив энергетикаһы барыһы бергә ҡушылып, еңеүгә ирештергәндер. Республиканың “Татар кызы - 2018” исемен ҙур тырышлығы менән һәм кесе йәштән сәхнәгә һалған хеҙмәте һөҙөмтәһендә лайыҡлы яуланы Сулпан.
Матурлыҡ бәйгеһенең Гран-при эйәһе Сулпан Кашанованы БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы, “Хазина-тур” йәмғиәте директоры Комил Сиражетдинов Европаға 60 мең һумлыҡ тур менән бүләкләне. “Татар кызы - 2018” ҡалпағын һәм таҫмаһын һуңғы ике йылда үткән халыҡ-ара бәйгеләрҙең еңеүселәре Гөлназ Ғатина менән Эдельвейс Ихсанова тапшырҙы. Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Сулпан Кашанованы “Алмаз-холдинг” магазинының биш мең һумлыҡ сертификаты менән бүләкләне. Бынан тыш, Сулпан “Зифа буй” номинацияһында еңеүгә иреште, интернет-тауыш биреү буйынса беренсе урынды яулап, планшет менән бүләкләнде. “Өмет” гәзите ойошторған тауыш биреүҙә лә иң күп ”лайк”тарҙы йыйып, республика баҫмаһына ярты йылға подпискаға эйә булды. Финалда сығыш яһаған 12 ҡыҙға ла Бөтә донъя татарҙары конгресы, “Берлек” татар ижтимағи мәҙәни-ағартыу ойошмаһы бүләктәре тапшырылды.
Сулпан Кашанованың Ҡазанда үтәсәк халыҡ-ара бәйгелә Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлап, уңышлы сығыш яһауын теләйбеҙ.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: