Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
9 Апрель 2018, 16:17

Иҫке Балтас уҡыусылары “Назар уҡыуҙары”нда уңышлы сығыш яһаны

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең V ”а” класы уҡыусыһы Илдар Тәҡиуллин менән X ”б” класы уҡыусыһы Рифат Ғәлимйәнов “Назар уҡыуҙары” республика әҙәби ижад конкурсында сығыш яһап, призлы урындар яуланы. Илдар нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ уңышҡа ирешһә, Рифат үҙен мемуарсы итеп танытты.

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең V ”а” класы уҡыусыһы Илдар Тәҡиуллин менән X ”б” класы уҡыусыһы Рифат Ғәлимйәнов “Назар уҡыуҙары” республика әҙәби ижад конкурсында сығыш яһап, призлы урындар яуланы. Илдар нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ уңышҡа ирешһә, Рифат үҙен мемуарсы итеп танытты.
Республика конкурсы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланды һәм уның тыуған яғында үтте. Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемен йөрөткән гимназияһында конкурсты ҙур байрам итеп ойошторғандар. Илдар менән Рифат башҡа бәйгеселәр менән бергә шағирҙың музейында булған, үҙҙәре кеүек уҡыусылар ижады менән танышҡан. “Йәш рәссамдар яҡташ шағир образын һүрәттәрҙә асҡан, уның ижадына бағышланған стена гәзиттәре сығарған. Уҡыусылар Назар Нәжмиҙең тормош юлын сәхнәләштерҙе. Бәйгеселәрҙең сығыштары ла бик оҡшаны. Конкурстан беҙ үҙебеҙ өсөн күп яңылыҡ алдыҡ”, — ти Рифат Ғәлимйәнов.
Илдар менән Рифат республика конкурсының беренсе этабында ҡатнашып, икенсеһенә саҡырыу алған. Илдар халыҡ шағирының “Тыуған ауыл” шиғырын башҡорт телендә тасуири уҡып, видеоролик төшөрөп ебәргән (етәксеһе Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы Миләүшә Тәҡиуллина). Рифат яҙма эшен Назар Нәжмиҙең мемуарҙарына бағышлаған (етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова). Икенсе турҙа республика конкурсы сәхнәһендә улар үҙҙәренең ижади эштәрен яҡлап сығыш яһаны. Рифат “Әҙәби ижад” номинацияһында — II, Илдар “Әҙәби уҡыу” номинацияһында III урындар яуланы.
Уҡыусылар тантаналы сарала ҡатнашыусы республиканың танылған шәхестәре — шағирә, “Аҡбуҙат” республика балалар журналы мөхәррире Тамара Искәндәриә (Юлдашева), шағир Хисмәтулла Юлдашев, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы мөхәррире урынбаҫары Әминә Раҡаева менән аралашты.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: