Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
6 Апрель 2018, 13:54

Борай ҡыҙы Әдилә Шакирова — еңеүсе!

Өфөлә тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиада уҙҙы. Унда 150-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Улар араһында Ҡайынлыҡ мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Әлфиә Хәмәтнурова менән VIII класс уҡыусыһы Әдилә Шакирова ла булды. Ике көн барған бәйгелә уҡыусылар тест һәм викторина һорауҙарына яуап бирҙе, иллюстрация менән эшләне һәм эссе яҙҙы. Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Әдилә Шакирова еңеү яуланы.Был ҙур ҡаҙанышта, әлбиттә, уҡытыусыһы Нәсимә Сәйетованың өлөшө ҙур.
Рәмилә Солтанова, мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: