Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
5 Апрель 2018, 18:38

Республикала һуғыш ветеранына торлаҡ сертификаты тапшырҙылар

Уҙған көндәрҙә Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Мәләүез районы һәм ҡалаһы филиалы директоры, Александровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Тарасов Хлебодаровка ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Александр Конновтың хәлен белеште. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырыу быға сәбәпсе булды. Ветеранды республика етәкселеге, район хакимиәте исеменән ошо ваҡиға менән ҡотлап, Рөстәм Шәмсетдинов ветеранға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙөн теләне. Яуаплап, Александр Григорьевич ярҙамдары һәм оло быуын тураһында хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, районда һәм ҡалала бөтә категория ветерандарына закон тарафынан билдәләнгән льготалар тулы күләмдә бирелә. Һәр байрам алдынан уларҙы ҡотлайҙар һәм бүләктәр тапшыралар. Рәсәй Президентының «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында» ғы Указын ғәмәлгә ашыра башлағандан алып Мәләүез районында 101 ветеран торлағын яҡшыртыуға таныҡлыҡ алған. Һәр сертификат миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: