Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
5 Апрель 2018, 13:15
Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова дәүләт наградаһына лайыҡ булды
Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Төрлө иҡтисад өлкәһенән 48 хеҙмәткәр, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре ордендар, маҡтау грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар араһында Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррир) Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова ла бар. Ул күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Бынан тыш, батырлыҡ күрһәткән ике уҡыусы Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
— Бөтәбеҙ ҙә илебеҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтендә эшләйбеҙ. Беҙгә Рәсәй Федерацияһының ошондай көслө төбәгендә – Башҡортостан Республикаһында йәшәү һәм эшләү бәхете тейгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, беҙҙең бюджет тәьминәте, иҡтисади, социаль үҫеш буйынса күрһәткестәр яҡшы ғына. Ошо йәһәттән үҙебеҙгә алған йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Артабан да шулай эшләрбеҙ. Был беҙҙең коллективтарҙың, предприятиеларҙың, ижади лабораторияларҙың, мәҙәниәт, мәғариф, фән учреждениеларының тырышып эшләүенә күрә. Күмәкләп республикабыҙҙы алға этәрәбеҙ. Бында һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ ҙур, хөрмәтле дуҫтар, хеҙмәттәштәр.
Республика Башлығы тантанала ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотланы һәм эштәрендә артабан да уңыштар теләне.
— Финанстар ҡарашынан ҡулыбыҙҙан килгәнде республикабыҙҙың социаль, мәҙәни, мәғариф үҫешенә йүнәлтәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Властың башҡа бурысы юҡ. Тик ярҙам итергә, алға этәрергә, кешеләрҙең тормош сифаты яҡшырһын, хәҙергә заманда кешене оҙатып барған ҡыйынлыҡтар йомшарһын өсөн эшләү. Ул еңел түгел, әммә шуға ҡарамаҫтан беҙ был эште бергә атҡарабыҙ.
Төбәк етәксеһе сығышының тулы стенограммаһы һәм бүләкләнгәндәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми
сайтында
баҫылып сыҡҡан.
Читайте нас: