Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
23 Март 2018, 14:46

1 апрелдә социаль пенсия арта

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 1 апрелдә социаль пенсияларҙы индексациялау хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был маҡсатҡа 10 миллиард һум самаһы йүнәлтелә, тип хәбәр итә «Известия».

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 1 апрелдә социаль пенсияларҙы индексациялау хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был маҡсатҡа 10 миллиард һум самаһы йүнәлтелә, тип хәбәр итә «Известия».
«Беҙ быны закон буйынса йыл һайын эшләйбеҙ. Документта пенсия күтәрелгән коэффициент күләме раҫлана», — тип кисә аңлатты Дмитрий Медведев Хөкүмәт ултырышында.
Журналистарҙың мәғлүмәттәре буйынса, документта 2018 йылдың 1 апреленән социаль пенсияларҙы индексациялау коэффициенты 1, 029 күләмендә билдәләнгән.
20 мартта Хеҙмәт министрылығының 2018 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар күләмен 2,9 процентҡа индексацияларға тәҡдим итеүе билдәле булды. Һөҙөмтәлә уртаса социаль пенсия дәүмәле 255 һумға күтәреләсәк һәм 9 062 һум тәшкил итәсәк.
Ведомство баһаһы буйынса, һөҙөмтәлә пенсия 3,9 миллион кешелә артасаҡ. Бюджеттан сығым 2018 йыл аҙағына хәтлем 9,6 миллиард һум самаһы буласаҡ.
1 мартта Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсияларҙы даими рәүештә инфляциянан юғарыраҡ кимәлдә индексациялау кәрәклеген белдерҙе.
«Оло йәштәге кешеләр әүҙем, сәләмәт, оҙон ғүмерле булһын өсөн лайыҡлы шарттар булырға тейеш», — тип билдәләне Президент.
«Башинформ»дан.