Хөрмәтле Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы!
Һеҙҙе алтын юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Өмөт-хыялдарығыҙға яҡты юл асҡан Асҡын еренә тоғро хеҙмәт итеп, булдыҡлы етәксе, оҫта ойоштороусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ябай һәм кешелекле булыуығыҙ менән районда ихтирам ҡаҙандығыҙ.
Ихлас булмышығыҙ, бай тормош тәжрибәгеҙ артабан да Һеҙҙе белгән һәм ихтирам иткән ауылдаштарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ һәм барлыҡ яҡындарығыҙ именлегенә хеҙмәт итһен.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ! Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, шулай ышаныслы кешеләр, яҡын туғандар, балаларығыҙ, һөйгән йәрегеҙ менән оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын! Бөтә әйтелгән теләктәр ҡабул булһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрегеҙ – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөгеҙ артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” төбәк гәзите коллективы.