Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
22 Февраль 2018, 13:06

Шиғриәт фестивале Гран-прийы Асҡындан Зәүиә Шәрифйәновала!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған төйәге Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында 2007 йылдан башлап «Күрҙем шишмәләре» район шиғриәт фестивале үтә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған төйәге Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында 2007 йылдан башлап «Күрҙем шишмәләре» район шиғриәт фестивале үтә. Ә биш йылға бер тапҡыр район-ара кимәлендә ойошторола. Быйыл сара шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм республикабыҙҙа Ғаилә йылына бағышланып, төрлө ҡала һәм райондарҙан 90 бәйгесене йыйҙы. Унда районыбыҙҙа танылған шағирә Зәүиә Шәрифйәнова үҙенең «Мин яратам һине, тормош!» шиғырын һөйләп, Гран-при яуланы.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: