Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры-баш мөхәррир Фәйрүзә Юнысова, «Йәнтөйәк» төбәк гәзите баш мөхәррире Наилә Имаева, «Ышаныч» гәзите тәржемәсеһе Светлана Сәлмәнова күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уларҙы ихлас ҡотлап, артабан да хеҙмәт уңыштары теләйбеҙ.