Динислам Суфиянов Асҡын районы Солтанбәк ауылында йәшәй. Ул бик үткер, зирәк бала. Мең эсендә ҡушырға, алырға белә, бүлә лә. «Ул бик ҡыҙыҡһыныусан, хәтере лә шәп. Ишетеп кенә «Аятел-көрси»ҙе лә, мөнәжәттәр ҙә ятланы. Мәктәптә лә һынатмаҫ», — ти дини йолаларҙы үтәп йәшәгән ата-әсәһе. Әйткәндәй, Динислам алты балалы ғаиләлә үҫә. Уның ике апаһы, биш йәшлек Гүзәл исемле һеңлеһе, ике йәшлек Ильяс исемле ҡустыһы бар. Әминәгә әле алты ғына ай.