Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш
17 Февраль 2022, 11:05

Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...
Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...

Республикала янғындан көн дә тиерлек кешеләр һәләк була. Бөгөн 12.15 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Асҡын районының Ҡаракүл ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр.

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Асҡын ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереүселәре сыға. Ҡотҡарыусылар килеүгә 6х6 метр үлсәмле йортто ут ялмап алған була. Янғынды һүндергәс, 71 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһен табалар.

Бөгөн шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында ла 8х10 метр ҙурлыҡтағы йорт янған. Унда ла утты һүндергәндән һуң 1962 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡандар.

Ваҡиғаларҙың сәбәптәре асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республикала йыл башынан бөгөнгә ҡарата 636-нан ашыу янғын теркәлгән, уларҙа 35 кешенең ғүмере өҙөлгән, 35 кеше йәрәхәттәр алған.

Алдағы көндәрҙә бер аҙ һыуытыр тип көтөлә. Бындай осраҡтарҙа электр һәм газ ҡорамалдарын, мейестәрҙе ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә янғындар сығыу хәүефе арта. Төҙөк булмаған йылытыу ҡорамалдарын, электр үткәргестәрҙе файҙаланырға, балаларҙы һәм өлкән йәштәгеләрҙе яңғыҙ ҡалдырырға ярамай.

Ут һаҡсыллыҡты, уяулыҡты талап итә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, "101" һәм "112" һандарына шылтыратығыҙ.

Фото: @mchsrb

 
Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...
Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...
Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...
Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...
Асҡында - ҡатын, Стәрлетамаҡ районында ир һәләк булды...
Автор:https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-02-16/as-ynda-atyn-st-rletama-rayonynda-ir-l-k-buldy-2695721
Читайте нас: