Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш
30 Ғинуар 2022, 09:00

Ниндәй бутҡа файҙалы?

Был хаҡта сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ.

Ниндәй бутҡа файҙалы?
Ниндәй бутҡа файҙалы?

Иң файҙалы бутҡа ваҡланмаған һәм таҙартылмаған ярманан һөттә шәкәрһеҙ һәм майһыҙ әҙерләнә.
Иртән манный йәки һоло бутҡаһы ашау яҡшы. Манный диеталағы кешеләр өсөн бик яҡшы. Ауырыуҙарҙан һуң, кәүҙә ауырлығын арттырырға кәрәк булһа, манныйға баҫым яһар кәрәк. Һоло бутҡаһы матурлыҡ бүләк итеүсе булараҡ билдәле. Унда аҡһым, үҫемлек майҙары, витаминдар, минералдар күп. Йөрәккә яҡшы йоғонто яһай, нервы системаһын тынысландыра. Дөгө ашҡаҙан системаһында ауырыу булғандарға кәңәш ителә. Ул организмдан артыҡ шыйыҡсаны сығара, анемияны киҫәтә, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Тары – аҙ калориялы. Матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ҡан баҫымын яйға һала, арығанлыҡ тойғоһон бөтөрә. Кукуруз бутҡаһына айырыуса яҙлы-көҙлө өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ул иммунитетты нығыта, ябығырға ярҙам итә, айырыуса тимер һәм кремнийға бай.

Автор:Айнур Акилов
 
https://shonkar.com/articles/auly-ym-bayly-ym/2022-01-27/nind-y-but-a-fay-aly-2669725
Ниндәй бутҡа файҙалы?
Ниндәй бутҡа файҙалы?
Автор:
Читайте нас: