Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
13 Февраль , 11:00

Суртандың ауырлығы 15,5 килограмм ти!

Асҡын районының Любимовка ауылынан Виктор Уваров 15,5 килограмм ауырлыҡтағы суртан тотҡан.

Суртандың ауырлығы 15,5 килограмм ти!
Суртандың ауырлығы 15,5 килограмм ти!

"Асҡын яңылығы" гәзите хәбәр итеүенсә, балыҡсы Әүәҙәй ауылы янындағы Төй йылғаһына балыҡ тоторға килгән. Ҡармаҡҡа эләккән ҙур суртанды сығарыуы еңелдән булмаған.

«Балыҡты һыуҙан тартып сығарыу өсөн сәғәт ярым ваҡыт китте. Ярай әле, ҡармаҡ ебе өҙөлөп, суртаным ҡаса алманы. Өс тапҡыр шулай булғайны инде», — тигән балыҡсы. 

Виктор Борисович табышын  туғандарына һәм таныштарына таратып биргән, иҫтәлеккә фотоға ла төшкән. Балыҡ тоторға яратҡан ир-аттың стажы ла байтаҡ, ул 45 йылдан ашыу инде балыҡ тотоу менән мауыға. Ниһайәт, оҫта балыҡсыға хәтәр шәп суртан эләккән дә инде!

Автор:Карима Усманова

Башҡортостан

Суртандың ауырлығы 15,5 килограмм ти!
Суртандың ауырлығы 15,5 килограмм ти!
Автор:
Читайте нас: