Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
3 Ғинуар 2023, 10:00

Ғинуарҙа Башҡортостанда һауа торошо ниндәй була?

Башгидромет синоптиктары бер айға яҡынса фараз яһаны.

Ғинуарҙа Башҡортостанда һауа торошо ниндәй була?
Ғинуарҙа Башҡортостанда һауа торошо ниндәй була?

Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, ғинуарҙа республикала уртаса һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (ғинуар өсөн норма -12,5 градус тәшкил итә). Айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан аҙыраҡ булыуы күҙаллана (ғинуар өсөн норма - 25-45 миллиметр). Ай башында һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ. Икенсе ғинуар республика биләмәһендә әүҙем циклон өҫтөнлөк итәсәк. Һауа торошо боҙола башлай. Көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, ҡар бутҡаһы булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, көнсығышта -15 градусҡа тиклем, көндөҙ 0, -5 граус.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-01-02/inuar-a-bash-ortostanda-aua-torosho-nind-y-bula-3092518?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Читайте нас: