2 г бор кислотаһын 0,5 л ҡайнар һыуҙа иретеп, уға 10 литр йылымыс һыу өҫтәргә һәм йәшелсәне эшкәртергә кәрәк. Бындай эшкәртеүҙән һуң үҫемлектәр икенсе һулыш аласаҡ. Сәскәләре лә күҙгә күренеп артасаҡ.
Был матдә ҡыярҙың уңышын да арттыра. Улар сирләгәндә бор кислотаһына аҙ ғына марганцовка һалып, япраҡтарына бөркөгөҙ.
Бор кислотаһы – иң хәүефһеҙ һаналған дүртенсе кластағы зарарлы матдә. Шуға дозаны үҙгәртергә һис ярамай. Тупраҡта борҙың кәрәгенән артыҡ булыуы үҫемлектәргә зыянлы.
Был дарыу ҡырмыҫҡаны ла бөтөрә. Йомортҡа һарыһына бор кислотаһы ҡушығыҙ ҙа улар йөрөгән урындарға һалып сығығыҙ.