Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
22 Июнь 2022, 18:50

Райондың 90 йыллығына – матур бүләк

Ҡариҙел районының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулыу уңайынан тәрән йөкмәткеле китап донъя күрҙе.  

Райондың 90 йыллығына – матур бүләк
Райондың 90 йыллығына – матур бүләк

 

Был китап муниципалитеттың юбилейына күркәм бүләк булды. Сағыу өр-яңы фотолар менән бирелгән белешмәләр бик аңлайышлы, һуңғы 5 йыл эсендә райондағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләй ул. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Закирова Зилә Ғәлинур ҡыҙы китаптың автор-төҙөүсеһе булараҡ, тарихи үткәндәргә байҡау яһап, уны бөгөнгө менән бәйләгән. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәһе, башҡа алдынғы ойошмаларыбыҙ ҡаҙаныштары ла киң урын алған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: айырым бер бүлек барлыҡ ауыл биләмәләренә бағышлана. Китапта районыбыҙҙа ауыл хужалығы, урмансылыҡ һәм туризм тармаҡтары үҫешкәнен иҫпкә алып, ошо юҫыҡта өлгәшелгән уңыштар, хеҙмәт кешеләре, ҡеүәтле техника һәм башҡа бай материал тупланған. Һәр кем был китаптан үҙенең ауылын, тыуған яғының матур тәбиғәте, тарихи ҡомартҡылар һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәт табыр, тип ышанабыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Читайте нас: