Антракноз (медянка)
Антракноз – ҡыяр өсөн иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе. Йәшелсәнең япраҡтары ҡорой, емеше серей. Был бәшмәк ауырыуы үҫентеләрҙе бөтөнләй юҡ итергә мөмкин. Уның барлыҡҡа килеүенә ысыҡ менән ямғыр йоғонто яһай. Сирҙең тәүге билдәләре япраҡтарҙа сағыла: уртаһында бәләкәй һары-алһыу йәки көрән таптар барлыҡҡа килә. Һабаҡтар һәм емештәр көрән йәки ҡара ҡутырлы яралар менән ҡаплана. Көн дымлы булғанда, ауырыу көсәйә бара, таптар алһыулана.
Антракнозға ҡаршы саралар:
Ерҙе тәрән эшкәртеп, сүп үләндәренән таҙартыу;
Саманан тыш еүешлек барлыҡҡа килеүҙе киҫәтеү;
Һыуҙы йәшелсәнең төбөнә һибеү, япраҡтарға һыу тейҙермәү;
Ауырый башлаған япраҡ-һабаҡтарҙы алып ташлау;
Ҡулланған инструменттарҙың таҙа булыуы.
Был саралар ярҙам итмәһә, махсуслаштырылған химик препараттарҙы ҡулланырға тура киләсәк. Мәҫәлән, « Ровраль», «Эупарен», «Цинеб», « Цирам» һ.б.
Мозаика
Мозаика – ҡыярҙың вируслы ауырыуы. Йәш япраҡтарҙа төрлө төҫтәге таптар барлыҡҡа килеүе менән билдәләнә. Ауырыған япраҡтар бәләкәй балдаҡтар һәм йәшел-һарғылт таптар менән ҡаплана. Артабан «ябай мозаика» үҫешә. Ныҡлы зарарланғанда, япраҡтар ҡатып йыйырсыҡлана. Ҡыярҙың үҫеше тотҡарлана, сәскә атыу һәләте кәмей. Тәүҙә мозаика йәшелсә һабағында барлыҡҡа килә, аҙаҡ бөтөн уңышҡа тарала. Ҡайһы ваҡытта ҡыяр аҡ төҫкә инә. Ғәҙәттә, ҡуйы-йәшел урындар һөйәлле кеүек ҡалҡыу була.
Ҡыярҙы вируслы ауырыуҙарҙан һауыҡтырып булмай тиерлек, әммә сирҙең таралыуын киҫәтергә мөмкин. Бының өсөн түбәндәге ысулдар ҡулланыла:
Беренсе ауырый башлаған үҫентеләрҙе юҡҡа сығарыу;
Күп йыллыҡ сүп үләндәрен юҡ итеү;
Йәшелсә бетенә (тля) һәм талпанына (паутинный клещ) ваҡытында ҡаршы тороу;
Ултыртыу алдынан орлоҡто калий перманганаты иретмәһендә (марганцовка) зарарһыҙландырыу;
Ауырыуға дусар булған үҫентеләргә 10 процентлы шыйыҡ һөт ҡушымтаһы һибергә.
Кладоспориоз
Ул — бәшмәктән таралған иң зарарлы ҡыяр ауырыуҙарының береһе. Ҡыярҙың ер өҫтө өлөшөн зарарлай, әммә йәшелсәһенә зыяны күберәк тейә. Ауырыу япраҡтарҙа төрлө формалы тимгелдәр менән билдәләнә, күбеһенсә бөрөшә. Һабаҡ һәм япраҡтарында ҡутырлы яралар барлыҡҡа килә, көн дымлы булғанда улар зәйтүн төҫөнә инә. Емешкә төймәләнеү туҡтай, улар яйлап ҡороп ҡойола. Ҡыяр ҡутырланып үҫә, уңышы кәмей. Тупраҡта был инфекция ике-өс йыл буйы йәшәй.
Кладоспориоз ауырыуының беренсе билдәләре күҙгә күренһә, үҫентегә һыу һибеүҙе биш-алты көнгә туҡтатырға, уны 1 процентлы бордос шыйыҡсаһы менән эшкәртергә кәрәк. Ярҙам итмәһә – “Оксихом”ды ҡулланырға.