Эскелектең ниндәй ауыр эҙемтәләргә килтереүен һәр кем белә. “Күңелде асҡан” ялтыр шыйыҡса кешене ауыр енәйәттәргә этәрә, ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы ата-әсә йылыһынан мәхрүм итә, йәндәрҙе һәм тәндәрҙе ғәрипләй. Ул үлем кимәлен арттыра, ғүмер ҡыҫҡарыуының төп сәбәптәренең береһе булып тора. Бына шуның өсөн “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы солтанбәктәр, быға тиклем дә ауыл магазинында спиртлы эсемлектәр һатылмаһа ла, алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыуҙы закон нигеҙендә хәл итергә ҡарар итте. Был ҡарарҙы улар ғинуар айында ауыл халҡы йыйылышында күтәреп сыҡҡайны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы Солтанбәк ауылында шәхи эшҡыуар Илһам Суфияновтың берҙән-бер магазины эшләй. Был магазин асылғандан алып, унда спиртлы эсемлектәр һатылмай. "Был турала беҙ видеоролик төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалғас, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, республиканың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева беҙҙең магазинда киләсәктә лә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу яҡлы икәнебеҙҙе хуплап, был идеябыҙҙы закон нигеҙендә нығытып ҡуйырға тәҡдим итте. Был тәҡдимде ауылдаштарым шунда уҡ күтәреп алды", -ти "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Ләйсән Суфиянова.
Ауыл Советының сираттағы ултырышында был мөһим һорауҙы көн тәртибенә сығарып, депутаттар менән фекер алыштылар. Артабан махсус комиссия төҙөлдө һәм халыҡ араһында һорау алыу үткәрергә ҡарар ителде. Әгәр ҙә халыҡ алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыуҙы хуплай икән, тимәк, әлеге махсус комиссия тейешле документтарҙы тултырып, район Советы депутаттарына ебәрә. Улар, үҙ сиратында, документтарҙы тикшереп, тейешле ҡарар ҡабул итә һәм уны закон нигеҙендә тормошҡа ашырыу өсөн БР Дәүләт Йыйылышына юллай.
Район Советы ҡарарын артабан Башҡортостан парламенты раҫларға тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандағы ғәмәлдәге закондар буйынса, һәр ауыл биләмәһе халҡы эскелеккә ҡаршы сикләү индерә ала. Бының өсөн ауыл халҡы йыйылыштарҙа ҡарар ҡабул итә һәм уны дәүләт органдарына еткерә. Ауылда алкоголь һатыуҙы тыйыу буйынса закон ҡабул итерҙән алда был мәсьәләне халыҡҡа сығарып, йәмәғәт фекеренә ҡолаҡ һалыу кәрәк.
Солтанбәктәрҙең өлгөһөнә башҡа ауылдар ҙа эйәрер һәм айыҡ тормошҡа ныҡлы аҙым яһар, тип ышанабыҙ.
Наилә Имаева.