Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
7 Март 2022, 08:50

Сит ил студенттары - Ҡариҙелдә

Өфө дәүләт нефть техник университеты сит илдән килеп белем алған студенттарын Ҡариҙел районына ҡунаҡҡа алып килде.  

Сит ил студенттары  - Ҡариҙелдә
Сит ил студенттары - Ҡариҙелдә

 

Студенттарҙың был теләктәрен ӨДНТУ ректоры Олег Баулин һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова тормошҡа ашырҙы.
Алыҫ Африка һәм Азия илдәре студенттары өсөн был сәйәхәт көтөлмәгән байрамға әүерелде. Иң элек ҡунаҡтарҙы Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбе коллективы ҡаршы алды. Мәктәптең акттар залында 10-сы - 11-се класс уҡыусылары менән мауыҡтырғыс осрашыу ойошторолдо.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, баш ҡала ҡунаҡтары Олег Баулин һәм Светлана Туразянова сәләмләне. Студенттарҙың йәнле флешмобына Ҡариҙел уҡыусылары ла теләп ҡушылды.

Артабан сит ил ҡунаҡтары уҡыусыларға “Торба үткәргесе төҙө” исемле оҫталыҡ дәресе күрһәтте, “Иҡтисади енәйәтте асыҡла” квест-уйынын тәҡдим итте, “Йәштәрҙең туҡланыуында бөгөнгө проблемалар” темаһына һөйләшеүгә саҡырҙы.

Бынан һуң делегация Ҡараяр ауылына юл тотто. Бында күп функциялы ауыл клубында ауыл һөнәрмәндәренең ҡул эштәренән торған күргәҙмә йәйелдерелгәйне.

Ректор Олег Баулин Ҡараяр мәктәбе уҡыусыларын, уҡытыусыларын сәләмләп, университеттың төп бүлектәре менән таныштырҙы. Ҡариҙел районының үҙенсәлекле тәбиғәте тураһында видеояҙма ҡарағандан һуң, Ҡараяр ауыл биләмәһе ауыл Советы башлығы Рәйсә Солтанова “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуҙары һәм ундағы уңыштары менән уртаҡлашты.

Мәктәп директоры Гөлнара Ҡыҙрасова сара ҡунаҡтарына ауыл йәштәре менән эштәре хаҡында бәйән итте. Ангола, Египет, Йемен илдәренән килгән студенттар үҙҙәре хаҡында, ӨДНТУ кеүек престижлы уҡыу йортонда белем алыуҙары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне һәм бер ыңғайҙан ошо сәфәрҙе ойошторған ректорат һәм педагогтар коллективына рәхмәттәрен белдерҙе, сығарылыш уҡыусыларына мәктәптә тырышып уҡыуҙарын теләне. Шулай уҡ районда “Айыҡ ауыл” конкурсында беренсе урын яулаған ҡараярҙарҙы уларҙың спиртлы эсемлектәргә булған ҡарашы ҡыҙыҡһындырҙы. Артабан ҡунаҡтар Шамрат ауылына килде. Бында уларҙы саңғы фестивале көтә ине. Студенттар һәр уйын-көлкөлә, бәйгеләрҙә ихлас күңелдән, әүҙем ҡатнашты, төбәктең иҫ китмәле тәбиғәтенән һоҡланыуҙарын йәшермәне.

Гөлнара Солтанова.

 

Сит ил студенттары  - Ҡариҙелдә
Сит ил студенттары  - Ҡариҙелдә
Сит ил студенттары  - Ҡариҙелдә
Сит ил студенттары  - Ҡариҙелдә
Сит ил студенттары  - Ҡариҙелдә
Сит ил студенттары - Ҡариҙелдә
Читайте нас: