Баҡсаларында теплица булған хужаларға үҫентене хәстәрләргә ваҡыт етте. Апрель аҙағында, май башында үҫентеләрҙе теплицаға күсереп ултырырға планлаштырһағыҙ, белгестәр кәңәш иткән мәлде тура килтереп, орлоҡтарҙы сәсергә була.
Агроном Айһылыу Камалетдинова орлоҡто ергә төртөр алдынан уны бер аҙ маргонцовка йәки гумат иретмәһендә тотоп алырға кәңәш итә.
Орлоҡто сәсер алдынан тупраҡ ҡатнашмаһы әҙерләү шарт, уны һатып алырға йәки үҙаллы эшләргә мөмкин. Тупраҡты йәшелсә баҡсаһынан алмағыҙ, унда сир таратыусы микроорганизмдар һәм әлегә йоҡлап ятҡан ҡоротҡостар күп.
Ҡыяр үҫентеһе өсөн еңел тупраҡ (яҡынса 50%), йылға ҡомо (10-15%), торф (20-30%) һәм таҙа ағас онтағы (10-15%) алына. Уларҙы яҡшы итеп бутарға кәрәк.
Бүрткән орлоҡто сәскәс, йылы һыу ҡойорға һәм шытымдар сыҡҡансы 22-25°С температура режимын һаҡларға кәрәк. Әгәр температура 16°С-тан түбән булһа, орлоҡтоң сыҡмауы, сереүе ихтимал. Шытымдар күренгәс, температураны 19-21°С арауығында тотоу кәңәш ителә.