Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә райондың агросәнәғәт комплексы системаһында төрлө программалар әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, фермерҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса федераль һәм республика программалары буйынса былтыр дүрт крәҫтиән (фермер) хужалығы 14 миллион 800 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды. Грантҡа эйә булғандар араһында Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында йәшәгән Тимур Ғәли улы Зарипов та бар.
2017 йылда Тимур Зарипов “Ағиҙел” һунарсылыҡ биләмәһендә һунар белгесе булып эш башлай. Шул осорҙа уҡ үҙенең эшен асыу тураһында хыяллана, әммә баҙнат итмәйенсә ниәтен кисектерә килә. Бер мәл уның ҡулына эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү өсөн башланғыс шарттар хаҡындағы китап килеп эләгә. Һәм, ниһайәт, 2021 йылда Тимур хыялын тормошҡа ашырып, үҙ эшен аса, “Агростартап” грантын да ота. Аҡсаны саф тоҡомло аттар һатып алыуға тотона.
Әле Зариповтың Горный ауылында урынлашҡан хужалығында 35 бейә һәм бер айғыр аҫрайҙар. Фермерҙың “Белорус” тракторы ла, роторлы сапҡысы ла бар, техника хеҙмәтте ярайһы уҡ еңеләйтә.
“Атты Белорет районындағы О.А. Полетавкиндың крәҫтиән (фермер) хужалығынан һатып алдым. Уларға чип ҡуйылған, ветеринария-санитария саралары, ҡанға диагностика үткәрелгән. Аттарҙың һаулығын ветеринария белгестәре күҙәтә. Хужалыҡты артабан да үҫтерергә ниәт бар. Ит йүнәлешендәге аттар аҫрарға теләйем. Йылҡы үрсетеү, ҙур тырышлыҡ талап итеүгә ҡарамаҫтан, ауыл ерендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн перспективалы йүнәлеш. Ошо шөғөлдө һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем, ысын мәғәнәһендә мөһим эш башҡарам, тип ышанам”, – ти Тимур Зарипов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/204418
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/204418