Борай районы Йомаҡай ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Бөрө ҡалаһында ғүмер итеүсе Альбина Ҡәҙим ҡыҙы өс балаға бына тигән өлгөлө әсәй, биш ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй, тормош иптәше өсөн һөйөклө, ышаныслы ҡатын. Матурлыҡҡа ғашиҡ был гүзәл заттың шөғөлдәрен һанап бөтөрөрлөк тә түгел! Ул моңло итеп йырлай ҙа, сәхнәләрҙә өйөрөлөп бейей ҙә, тегеү, бәйләү, сигеү, балаҫ һуғыу оҫтаһы ла! Ә ниндәй йөкмәткеле, йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙар яҙа ул! Һуңғы йылдарҙа тал сыбығынан төрлө әйберҙәр үрергә лә өйрәнгән. Быларҙың барыһына өҫтәп, Альбина Ҡәҙим ҡыҙы бик күп конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Күптән түгел Альбина Нафиҡова “Тамыр” телеканалы “Әсә йөрәге” әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә ойошторған “Бишек” асыҡ республика конкурсында ҡатнашып, “Бишек эшләү оҫтаһы” номинацияһында еңеү яулай.
— Был конкурс тураһында ишеткәс, “Бишек йыры” номинацияһына әсәйем Рәфизә Миңлевәли ҡыҙының йырын яҙҙырып ебәрҙем. Үҙем дә дәртләнеп китеп, ҡатнашырға булдым. 2012 йылда Йомаҡайҙа “Ураҡ өҫтө” байрамын ойошторғайным. Шул саҡта әсәйем һөйләүе буйынса ҡабыҡтан бишек эшләгәйнем. Ул Борайҙағы музейҙа һаҡлана. Нәҡ ошо ҡабыҡ бишекте конкурсҡа фотоға төшөрөп ебәрҙем. Баҡтиһәң, бишектең ниндәй генә төрҙәре юҡ икән! Ә минеке һымаҡ ҡабыҡ бишектәр һирәк булып сыҡты. Шулай итеп, мин һигеҙ оҫта араһында финалға сығып, еңеүсе булдым. Август айында ижади команда килеп, беҙҙең турала фильм төшөрөп китте һәм артабан уны зәңгәр экрандар аша күрһәттеләр.
10 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының ҙур сәхнәһендә “Бишек” конкурсы еңеүселәрен матур байрам ойоштороп бүләкләнеләр. Бында беҙ иҫ киткес оҫта, һәләтле, һоҡланыуға лайыҡ кешеләр, матур ғаиләләр менән таныштыҡ. Был саранан тағы ла ҡанатланып, илһамланып ҡайтып, Исхаҡ Фәйзуллин һүҙҙәренә яңы бишек йырына көй ижад иттем. Форсаттан файҙаланып, телем, илем, халҡым тип янып эшләгән «Тамыр» телеканалының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм. Улар ысын мәғәнәһендә рух, моң, тел һаҡсылары! — тине йор һүҙле, оҫта ҡуллы Альбина Ҡәҙим ҡыҙы.
Бына шулай уҙып барыусы йыл ижади күңелле Альбина Нафиҡова өсөн бик уңышлы була.