– Сәләм, күрше, хәлдәр нисек? Кискә беҙгә инеп сығырһың әле. Күптән күрешкән юҡ. Һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә йыйылып киткән.
Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит, тигәндәй, риза була Мәүлихан, хатта ҡыуанып китә.
Баҡтиһәң, Роберттың кәләше әсәһенең хәлен белешергә тип киткән дә бер көн йоҡлап ҡайтырға булған икән.
Мәүлихан ут күршеһенең өйөнә килеп ингәс тә тауыҡ һурпаһының тәмле еҫе танауын ҡытыҡлай. Оҙаҡ һөйләшеп ултыра ике күрше, нимә тураһында ғына фекер алышмайҙар, йорт мәшәҡәттәренән алып сәйәсәткә хәтлем ҡыҙып-ҡыҙып гәп һаталар. Шулай күпме ултырғандарҙыр, әммә табын йәтәс айырышыу менән тамамлана.
Хәйләкәр Роберт күршеһен оҙатҡанда фуражкаһын дуҫының ҡулына тоттороп, "Йәтәс!" тигән. Иртәгәһен, оҙаҡҡа һуҙмай, йәнә ике тапҡыр отоп ҡуя. Йәтәс айырышыуҙа ваҡланып тормай ике күрше: Мәүлихан Роберттан 100 мең һумға отолған...