Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
14 Сентябрь 2020, 12:08

“15 сәғәт ҡулдарым менән атланым...”

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев тураһында кисә яҙғайныҡ инде. Ул ҡулдарында Рәсәйҙең иң бейек тауы – Эльбрусҡа менеп етеүгә өлгәште.

Иң тәүҙә был турала уның ҡатыны Индира хәбәр иткәйне. Кисә, ниһайәт, ул үҙе аҫҡа төшөп етте һәм интернетлы урындан бәйләнешкә сыҡты. Рөстәм "Инстаграм"да тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм бик хис-тойғоло видео һалды.
“Был видеоны һалырғамы-юҡмы тип бик оҙаҡ уйландым. Тик дуҫтарым өгөтләп һалдырҙы. Һеҙ Эльбрус тауы түбәһенә артылыуҙың һуңғы метрҙарын күрәһегеҙ. Үҙемдең нескә күңелле булыуым өсөн ғәфү үтенәм, тик мин хис-тойғоларымды, күҙ йәштәремде тыя алманым. Мин быға бик оҙаҡ барҙым – 13 километр һәм 15 сәғәт ҡулдарым менән атланым.
Үҙемдең был аҙымым менән бер кемгә лә бер нимә лә иҫбатламайым. Тик үҙемә генә! Был геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ түгел. Тау үренә менеүемде ғаиләмә: ҡатыныма һәм ҡыҙҙарыма арнайым.
Бөтәгеҙгә лә ярҙамығыҙ, миңә ышанғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ҡалғаны тураһында һуңғараҡ һөйләрмен.
Р.S. Әйткәндәй, мине инвалидлыҡ менән Эльбрус башына менеп етә алған тәүге кеше исемен үҙләштергәнмен тип уйлаған кешеләр өсөн. Диванда ултырып тәнҡитләүселәр, мейегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ, мин бер ҡасан да улай тип әйткәнем булманы. Ундай кешеләр байтаҡ булған, тик минең кеүек үҙаллы, ҠУЛДАРЫНДА быны бер кем дә эшләмәне”, – тип яҙҙы ул.
Рөстәмдең был яҙмаһы аҫтында бер нисә сәғәт эсендә ун меңләп комментарий йыйылды. Һәр кем уны был батырлығы менән ҡотланы, һоҡланыуын белдерҙе.
Видеояҙмаға килгәндә, уны күптәр тыныс ҡына ҡарай алманы. Көслө рухлы ирҙең күҙ йәштәрен кешеләр көсһөҙлөк тип түгел, ә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ тип ҡабул итте. Ысынлап та, был бейеклеккә күп кенә һап-һау кешеләр менә алмай, ә Рөстәм аяғым юҡ тип тә торманы. Афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: