Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
28 Май 2020, 14:33

“Тәк-тәк, тинең дә яһаның, быны нисек сығараһың инде?”

Бер ауылда йәшәгән бабай яңы ат санаһы яһамаҡсы булып, көҙҙән үк әҙерлек башлаған: урмандан кәрәкле ағас алып ҡайтып киптерергә ҡуйған, башҡа кәрәк-ярағын йүнләгән. Ҡыш етеп, ауыл тормошо бер аҙ һилләнгәс, ихатаһындағы бәләкәй өйөндә – аласығында ниәтен тормошҡа ашырырға тотонған. Иртә менән аласыҡтағы мейесте яғып, өйҙө йылыта ла эш башлай икән.

Уның нимә менән булышҡанын белгән күрше бабай көн һайын янына инеп ултыра, ти. Ике күрше донъя, ауыл хәлдәрен һөйләшеп тә ала, бәғзе ваҡыт шымып та ҡала. Ундай саҡтарҙа хужа бабай “тәк, тәк” тип үҙ алдына ҡабатлап, буласаҡ санаһының йә бер, йә икенсе детален эшләй, ти. Уның шул тиклем мауығып эшләүен күршеһе шым ғына күҙәтә.
Бына бер мәл, арыу уҡ ҡына ваҡыт үтеүгә, матур, ҡупшы сана әҙер булған. “Тәк-тәк... Бына ошо ерен генә шулайтҡанда, тамам, тиергә лә була”, - тигән хужа, үҙ эшенән үҙе ҡәнәғәт булып. Уны күҙәтеп ултырған күршеһе: “Тәк-тәк, тинең дә эшләнең, быны нисек сығарыһың инде?” – тип һораған.
Хужа бер иҙән уртаһындағы ҡупшы санаға, бер сананан күпкә бәләкәй ишеккә ҡарап, аптыраған да: “Уны ни эшләп башта уҡ әйтмәнең?” – тигән, ти.
Фото: prokoni.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: