Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
2 Апрель 2020, 17:31

Мөхәббәткә коронавирус кәртә түгел

Бар донъяны шаулатҡан коронавирус эпидемияһы Өфөлә йәшәгән ғашиҡ пар - Лилә менән Вәхитте ҡурҡытмаған: улар сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар иткән. Һәм республикала тәүге булып онлайн туй үткәргән.

Барыһы ла ғәҙәти туй табынынан бер нимәһе менән дә айырылмаған: кәләш аҡ күлдәктә, кейәү костюмда, тәүге вальс, алып барыусы, йәштәрҙе ҡотлаусылар, “әсе!” тип ҡысҡырыуҙар һәм иң мөһиме - бүләккә онлайн банк аша күскән аҡса. Алып барыусы, тамада ла үҙ хеҙмәтен юғары кимәлдә онлайн ойошторған. Кәләш менән кейәү өсөн дә, ҡунаҡтарға ла төрлө уйындар үткәргән, конкурстар ойошторған, хатта бүләктәр биргән. Бүләктәре лә ниндәй бит әле: бәҙрәф ҡағыҙы, макарон ризыҡтары һәм башҡалар.
Коронавирус пандемияһы барған осорҙа мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, уны законлы рәүештә нығытырға ҡарар иткән был йәштәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Уйлап ҡараһаң, туйҙар бит өҫтәренә дошман пуляһы яуып торған дәһшәтле һуғыш осоронда ла үткән, бер-береһен яратҡан йәрҙәр бар ҡаршылыҡтарҙы үтеп, ғаилә ҡорған.
Өфөлә йәшәгән был пар яңы башланасаҡ тормош юлының тәүге һынауын уңышлы үтеп, ғаиләләренең кескәй бер тарихын яҙҙы ла инде. Бәхетле булығыҙ, йәштәр!
Фото: "Башинформ"дан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: