Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
21 Ғинуар 2020, 16:00

Диванда ятыуҙың да файҙаһы тейҙе

Яңыраҡ “Ю” телеканалында “Ҡәҙерлем, мин ҡаҙаҡланым” тигән популяр телешоуҙың икенсе миҙгеле башланды. Сираттағы серияһында Белореттан Шаһабутдиндар ғаиләһен күрһәттеләр.

35 йәшлек Рәмил заводта эшләй, ә бөтә буш ваҡытын диванда телевизор ҡарап, ял итеп үткәрергә әүәҫ. Утыҙ йәшлек ҡатыны Лиана, киреһенсә, йөк тейәүсе булып эшләп, арманһыҙ булып арып ҡайтҡандан һуң йәнә өй мәшәҡәттәренә тотона.
Проекттың шарты буйынса, әсә кеше өс көнгә ял итергә китергә тейеш, ә был ваҡыт эсендә ир өйҙәге бер бүлмәне бына тигән итеп ремонтларға, балаларҙы тәрбиәләргә бурыслы. Әгәр ғаилә бөтә шарттарҙы ла үтәһә, 200 мең һумлыҡ приз ота тигән һүҙ. Тәүге ваҡытта Рәмилдең ҡулынан эш бармай, проект аҙағында ғына төҙөүсе оҫталығы күренә башлай, ҙур бүлмәне ремонтлағандан һуң тауыҡ ояһын тәртипкә килтерә, ғауға ҡуптармай балалары менән дәрес әҙерләргә күнегә, хатта ҙур улын футбол уйнарға өйрәтә.
Шаһабутдиновтар телешоуҙа еңеп сыға, приз аҡсаһын улар йорттоң башҡа бүлмәләрен ремонтларға тотонорға уйлай.
Фото:kp.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: