Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
23 Август 2019, 14:37

Миллиондарҙы бөжәктәр ашаған...

Индонезияның Көньяҡ Джакарта ҡалаһында йәшәгән ҡатындың яйлап йыйып барған ун миллион рупийын (беҙҙең аҡса менән туғыҙ миллион һум) зарарлы бөжәктәр ашаған.

"Мин аҡсаны зарарлы термиттар ашаһын өсөн һалманым. Ҡот осҡос хәл! Зыян күргән купюраларҙы банкта алыштырып буламы икән?", – тип зарлана 23 йәшлек ҡатын.


Интернет селтәрендә был хәл буйынса меңдән ашыу комментарий яҙылған. Бер кеше 200 мең евроға торошло һирәк китаптарын ҡомаҡтар ашауы тураһында яҙған.


"Мин өләсәйемә 500 миллион рупий биреп, ҡасан теләй алып ҡуллан тип шкафҡа һалдым. Ул уларҙы тотонмаған, киреһенсә, биргән бер аҡсаны йыйып барған. Үҙе үлгәс, шкафта пакетҡа төрөлгән аҡса килеп сыҡты. Ике пакет таптым, уларҙағы аҡсаны термиттар боҙған", – тип яҙа икенсе бер ҡатын.


Аҡса һаҡлау ҙа ҙур оҫталыҡ талап итә икән.



Автор: Рәмилә МУСИНА.
Читайте нас: