Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
25 Март 2019, 13:45

Күҙ яуын алырлыҡ ләләләр үҫтерә Борайҙа йәшәүсе Антонина Фәхрәзиева

Тышта ыжғырып торған бурандар булғанда теплицала ләләләр үҫтерә Фәхрәзиевтар. Был шөғөлгә улар 2011 йылда тотона. Сәскәләрҙе теплицала быйыл ғына үҫтерәләр икән. Быға тиклем өйҙәренең подвалында ысын ожмах баҡсаһы булдырғандар.


— Мин ғүмерем буйы үҙемдең сәскә кибете тураһында хыялландым. Әммә сәскәләрҙе ҡайҙандыр алып ҡайтып һатыу түгел, нәҡ үҙем үҫтергәндәре өсөн генә, — ти Антонина Анатольевна. — Инде кибет булһын да тимәйем. Әммә сәскә, бигерәк тә ләләләр үҫтерәсәгемә шик юҡ.

Оҙайлы, буранлы быйылғы ҡыштан арытҡан ваҡытта теплицалағы матурлыҡтан, танауҙы ҡытыҡлап торған ер, тупраҡ еҫенән тышҡа ҡар араһына сыҡҡы ла килмәй. Бирелә аҡ, ҡыҙыл, алһыу, шәмәхә, һары төҫтәге матур-матур сәскәләр уратып алған. Уларҙың ҡайһыһына ҡарарға ла белмәйһең. Һабаҡтары ныҡ, сәскәләре ҙур. Был тиклем ҙур эште башҡарып сығыуҙы күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

— Ләләләр 8 Март байрамына сәскә атһын өсөн октябрҙән үк эш башлайбыҙ, — тип һөйләй Альберт Әнәс улы.

— Юҡ, майҙан уҡ, — тип ҡушыла Аня.

Баҡтиһәң, ләләләрҙең һуғандарына майҙа Голландияға заказ бирәләр икән. Һуғандар сентябрҙә килеп етә. Унан уларҙың һәр ҡайһыһын берәмләп, ҡул менән таҙартып (быйыл 20 мең һуған ултыртылған!), теплицалағы әҙер балсыҡҡа төртөп сығалар. Ялҡауҙар эше түгел был. Артабан биреләге дымлылыҡ, температура көн һайын тикшерелеп, кәрәгенсә үҙгәртелеп, ваҡытында елләтеп, һыу һибеп, сүбен утап, ауырымаһындар өсөн һәр ваҡыт ҡарап торола. Теплицала, әлбиттә, уңайлыраҡ. Сөнки көн яҡтыһы бар. Ә подвалда һәр ваҡыт ут ҡабыҙып торорға кәрәк.

— Теплицаны дүрт йыл эшләнек. Тәүге йылда урынын әҙерләнек, гравий килтерҙек, нигеҙ һалдыҡ. Икенсе йылда — кәрәкле тимер профилдәрҙе, өсөнсө йылда поликарбонат һатып алдыҡ. Дүртенсе йылда йылытыу системаһы эшләнде, — ти Альберт Әнәс улы.

Ни ҡәҙәрле көс, сығымдар талап ителгән. Ҙурлығы 80 квадрат метр булған теплица бер нисә йыл “матурлыҡ ояһы” ғына буласаҡ бит әле. Сығымдарҙы ҡаплатҡансы, ай-һай, нисә йыл талап ителәсәк. Әммә Фәхрәзиевтар менән яҡындан танышҡан һайын уларҙың уңғанлығына, булдыҡлылығына хайран ҡалам, һәм, әлбиттә, ҡорған пландары, ниәттәре ысынға ашасағына шигем ҡалмай. Нисек тиһегеҙме?

Балалары (ә улар өсәү) йыш һалҡын тейҙереп ауырый башлағас, Аня менән Альберт уларға йыл әйләнәһенә йәшел һуған, тәмләткестәр ашатырға тигән уйға килә. Был уй булып ҡына ҡалмай, подвалдағы ләләләр янына улар күпләп ҡыяҡҡа йәшел һуған ултырта. Өҫтәлдә йәйен генә түгел ҡышын да үҙҙәре үҫтергән һуған балаларға бына тигән тәбиғи витамин, иммунитетты нығытыу өсөн бик урынлы була. Үҙҙәренән артҡанын кибеттәргә һатыуға ҡуйып, бер аҙ аҡсалата файҙаһын да күрәләр. Ҡыяҡ өсөн генә үҫтерә торған һуғандарҙы ла улар күптәребеҙ тәҙрә төбөндә күнеккән кеүек биш-ун баш ҡына ултыртмай, бер ваҡыт хатта тоннаһы менән һуған һатып алғандар. Быйыл ғына һуған үҫтермәгәндәр. Ярҙамсылары ла быйыл ғына бар. Быға тиклем ошо эштәрҙе гел икәүләп башҡарғандар.

— Ләләләр бөткәс, теплицала ҡыяр, йәшел тәмләткестәр үҫтерәбеҙ. Балаларға йәйгә тиклем үҙ ҡыярыбыҙҙы ашатырға иҫәп. Әлегә пландар шундай, — тип яуаплай хужалар. — Беренсе ләләләрҙе февраль аҙағында өҙҙөк. Аллаға шөкөр, һәйбәт сәскә аттылар. Уларҙы бит көндөҙ өҙөргә ярамай. Бөрөләре асылып та бөтөргә тейеш түгел. Бүләккә алалар бит уларҙы, ә бүләк матур булырға тейеш. Быйыл махсус акция ла булдырҙыҡ. Кем сәскәләрҙе теплицанан килеп ала, шуға һуғанын бирҙек.

Ләләләр төнөн йәки таңға ҡәҙәр бик-бик иртә йыйыла ла махсус һыуытҡысҡа ҡуйыла. Унда улар төҫтәрен дә, матурлығын да юғалтмай. Байрамда күпме гүзәл затҡа бәхет, шатлыҡ килтерә сәскәләр.

— Беҙ тик торорға яратмайбыҙ. Бына йәйгә йыл һайын 100-150 баш өйрәк һатып алабыҙ. Уларҙы үҫтерергә балалар ярҙамлаша. Көҙөн рәхәтләнеп үҙебеҙ үҫтергән сифатлы итте ҡышҡа етерлек әҙерләп ҡуябыҙ. Артҡанын һатабыҙ, ғаиләгә аҙмы-күпме аҡса керә. Балалар ҙа эшкә өйрәнеп үҫә. Минең ләлә үҫтереүем, беренсе сиратта, яратҡан шөғөл. Нисек тәрбиәләргә төрлө сығанаҡтарҙан уҡыйым, ошо сәскәләрҙе үҫтереүселәр менән тотош Рәсәй буйлап таныштарым бар, бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, аралашабыҙ. Һөнәрем буйынса финансист булһам да (“Россельхозбанк”тың урындағы бүлексәһендә идарасы), күңелемдә мин ер, тәбиғәт, сәскәләр кешеһе, — ти Антонина.

Шул тиклем көс, эш дәрте ҡайҙан килә икән тип уйлайһығыҙмы? Сере ябай уның — Фәхрәзиевтар бер-береһенә тап килгән пар. Улар бер төрлө уйлай, бер төрлө эшләй, икеһе бер эште башҡара. Бына шул ғына.

Читайте нас: