Светлана өсөн был ҙур шатлыҡ. Шәхси эшҡыуар "Зубов А. П." үткәргән "Йылдың иң бәхетле кешеһе" акцияһында нәҡ ул 43 дюймлы ҙур телевизор отто. Башҡалар ҙа өлөшһөҙ ҡалманы. 20 һатып алыусы — 500, ә бер кеше 5000 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Ҡар таҙартыусы машина ла үҙ хужаһын тапты.