Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
14 Декабрь 2018, 18:30

Асҡындар китаптарҙан ошондай матур шыршы эшләгән

Асҡын үҙәк биләмә-ара китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡышҡы урман күрке булған ылыҫлы ҡупшыҡайҙы ҡырҡып әрәм итмәгәндәр. Улар яһалма шыршыға өҫтөнлөк бирә. Китапханаға килеүсе уҡыусыларҙа ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйҙәр. Быйыл йәшел китаптарҙы һайлап алып, үҙенсәлекле шыршы өйөп ҡуйғандар. Ул урман шыршыһы һымаҡ хуш еҫ бөркөп тормаһа ла, Яңы йылда китапханаға йәм, күңелгә йылылыҡ һәм байрам кәйефе биреп ултырасаҡ. Афарин, китапханасылар!


Автор фотоһы.
Читайте нас: