Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
6 Декабрь 2018, 13:17

Балтас ҡыҙы Розанна 81 тапҡыр гер күтәреп, спорт мастерлығына кандидат булды

Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында Балтас балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Розанна Кашапова Калуга ҡалаһында үткән гер спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты. 63 килограмға тиклемге спортсылар араһында спорт мастерлығына кандидат минимумын яҡлау өсөн уға 24 килограмлы герҙе 73 тапҡыр сөйөп күтәреү талап ителә. Райондашыбыҙ уны 81тапҡыр күтәреп, спорт мастерлығына кандидат минимумын талап ителгән норманан арттырып үтәгән. Спортсы ҡыҙыбыҙҙы был дәрәжә менән ихлас тәбрик итәбеҙ!

"Балтач таңлары" гәзитенән.
Читайте нас: