Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
14 Ноябрь 2018, 16:03

«Ҡыш бабайға хат» республика проектында ҡатнашырға онотмағыҙ!

Башҡортостанда йәшәүсе 2 – 15 йәшлек балалар «Ҡыш бабайға хат» республика проектында ҡатнаша ала.

Бының өсөн Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенә хат яҙырға һәм 2018 йыл дауамында ниндәй изге эштәр башҡарыуығыҙ тураһында һөйләргә кәрәк. Бынан тыш, Серле хеҙмәт күрһәткән махсус талаптарҙы үтәргә кәрәк. Хаттарҙы 23 ноябргә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға хат» абонент йәшниге адресына йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Бүләктәр һорап яҙылған хаттар ҡаралмай, изге эштәр тураһында бәйән иткән хаттар ғына конкурста ҡатнаша. Тулыраҡ мәғлүмәтте http://www.fondufa.ru/news/1648/ сайтында табырға була.
https://vk.com/bashkizi
Читайте нас: