Башҡортостан журналистары Мәскәүҙә Журналистар союзының 100 йыллығы сараларында ҡатнаша. БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендәге делегация составында — «Башинформ» агентлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, республика гәзит-журналдары вәкилдәре.
Программа сиктәрендә журналистарҙың төҙөлөш, иҡтисад, тәбиғәттән файҙаланыу, мәҙәниәт федераль министрлыҡтарында осрашыуҙары уҙҙы, төп телекомпанияларға, ТАСС, Лента.ру мәғлүмәт агентлыҡтарына, киң мәғлүмәт саралары редакцияларына экскурсиялар ойошторолдо. Журналистар йортонда оҫталыҡ дәрестәре үтте.