Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
2 Октябрь 2018, 13:16

Асҡын районы Ҡашҡа ауылында ололарҙы тәбрикләп, “Ҡоймаҡ байрамы”н үткәрҙеләр


Фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, бөгөн дә әүҙем, матур, лайыҡлы тормош көткән оло йәштәге апай һәм ағайҙарҙы ауыл Советы хакимиәте башлығы Ҡәнәфи Шакируллин тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.Ҡотлауҙарға урындағы ветерандар советы рәйесе Инзирә Нурмиева, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сания Сәлихова ла ихлас ҡушылды. Сығыш яһаусылар был сараның бик әһәмиәтле, быуындар бәйләнешен нығытыуҙың бер алымы булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, оло быуын кешеләренә һаулыҡ, бәхет, именлек, уларҙың артабан да йәштәр өсөн һәйбәт өлгө булыуҙарын теләне.

Сара барышында “Иң матур сәскә үҫтереүсе” конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Үҙҙәренең донъяларын гөл-сәскәгә күмеп, тирә-яҡҡа матурлыҡ, сафлыҡ таратып, ауылға йәм өҫтәүсе уңған хужабикәләр — Мауза Латыпова, Рәфҡиә Шакирова, Әнисә Сәмиғуллина, Зәнфирә Сәлихова, Альбина Сафиуллина, Клара Имаева ауыл Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Сания Зәйнулла ҡыҙы ла уларға ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индереп, йәштәргә өлгө күрһәтеп, матурлыҡ тыуҙырғандары өсөн рәхмәт белдереп, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

“Ҡоймаҡ” конкурсында ла ауылдың уңған апайҙары әүҙем ҡатнашты. Рәзифә Сәлимгәрәева, Мауза Латыпова, Эльвира Ғәйбәзуллина, Фәрзәнә Яруллина, Илмира Әхмәтова, Инзирә Нурмиева, Зәнфирә Сәлихова, Әнисә Сәмиғуллина, Асия Исламғәлиева, Рәфидә Кәлимуллина, Миләүшә Фәйзетдинова үҙҙәренең рецептары буйынса тәмле ҡоймаҡтар бешереп алып килгәйне. Ҡоймаҡ бешереүселәрҙең иң олоһо Асия апай Исләмғәлиеваға 81-се йәш китһә, иң йәше Эльвира Ғәйбәзуллина булды. Фәрзәнә Яруллина уларҙың һәр береһенә байрам күстәнәсе таратты.

Байрам концерты программаһы ла бик күңелле һәм йөкмәткеле булды. Ололарҙы тәбрикләргә Люзиә Ғәлиәкбәрова етәкселегендә уҡыусылар ҙа килгәйне. Һәр сығышты музыкаль яҡтан Азат Әбүбәкеров биҙәне. Үҙешсән сәнғәт һөйөүсе оло йәштәге апайҙар был юлы ла һынатманы, дәртләнеп йырланы, халыҡ уйын ҡоралдары ансамблендә сығыш яһаны, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғыр уҡыны. Иң оло ағинәйҙәрҙең береһе булған Фәрзүнә апай Ильясованың Салауат Әбүбәкеров уйнаған көйгә һикереп төшөп бейеүенә залдағылар ҙа берҙәм ҡушылып, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп, дәртләнеп бейене. Йөҙҙәренән йылмайыу, күҙҙәренән йәшлек дәрте бөркөлөп торған оло йәштәге апайҙарға һоҡланмау мөмкин түгел ине!

Ауылдың мәҙәниәт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы башланғыс кластар уҡытыусыһы Раушания Шакирова 60 йәшлек күркәм юбилейын август айында билдәләгән әүҙем йәмәғәтсе, “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе Сания Зәйнулла ҡыҙы Сәлихованы ҡотлап, матур йыр башҡарып, үҙе үҫтергән гладиолустар бәйләмен бүләк итте. Йыр-моң яратҡан, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Салауат Әбүбәкеров менән Зилә Ахунова ла ошо көндәрҙә тыуған көндәрен билдәләй. Уларҙы ла ҡотлап, ауыл Советының Рәхмәт хаттары тапшырҙылар.

Ауыл моделле китапханаһы китапханасыһы Гөлфиә Сабирова ла байрамға килеүселәр өсөн йомаҡ-күстәнәстәр әҙерләгәйне. Залдағылар ҙа һорауҙарға ихлас яуаптар эҙләп, бүләктәр отто.

Оло йәштәгеләр өсөн ауыл Советы эштәре менән идара итеүсе Гөлшат Нурдәүләтова ауыл эшҡыуарҙары ярҙамы менән байрам сәйе әҙерләгәйне. Мәктәп ашханаһы ашнаҡсылары тәмле итеп бәрәңге бутҡаһы бешереп тә һыйланы ҡунаҡтарҙы.

Сәй табынындағы һөйләшеү әкренләп "түңәрәк өҫтәл” артындағы әңгәмәләшеүгә әйләнде. Ауылдың бөгөнгө хәле, халыҡтың йәшәү рәүеше, әхлаҡ-тәрбиә мәсьәләләре лә үҙенән-үҙе ҡалҡып сыҡты. Һөйләшеүҙән берәү ҙә ситтә ҡалманы, һәр кем үҙ фекерен, үҙенең тәҡдимен еткерҙе. Ғөмүмән, сара бик матур, иң мөһиме, эшлекле, фәһемле булды.

Оло йәштәгеләр сараны үткәреү өсөн тос өлөш индергән шәхси эшҡыуарҙарға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ауыл Советына оло рәхмәтен еткерҙе. “Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!” тип таралышты.

Наилә Имаева.
Читайте нас: