Бригадир булып эшләүсе Йәмил ағай Рамазановҡа 75 йәш тулды. Бар ғүмерен урындағы хужалыҡҡа бағышлаған хөрмәтле шәхес ул. Хаҡлы ялға туҡтағансы — 44, артабан тағы ла 12 йыл эшләй Йәмил ағай бында. Хеҙмәтен яратып башҡарған, һәр кеше менән уртаҡ тел табып, ярҙам иткән ауыл хужалығының фиҙаҡәр хеҙмәткәрен барыһы ла хөрмәт итә. Уның бай тәжрибәһе, ойоштороу һәләте бөгөн дә хужалыҡҡа бик кәрәк.