Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
27 Июнь 2018, 17:16

Борайҙар саф һауала уҡый

Кисә үҙәк район һәм балалар моделле китапханаларының хеҙмәтләндереү бүлеге урамда халыҡҡа китаптар, журналдар уҡырға тәҡдим итте. Балалар өсөн энциклопедиялар, төрлө китаптар ҙа байтаҡ ине. Ә инде ”Фримаркет” өҫтәленән оҡшаған китапты алырға, шулай уҡ үҙеңдекен дә килтерергә мөмкин ине. Балалар өсөн ”Йәй — китап менән” күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Бер нисә сәғәт эсендә бында студенттар, әсәләре менән балалар, өлкән быуын — барлығы утыҙлаған кеше килеп, ваҡытын файҙалы үткәрҙе.

Гөлшат Ғүмәрова,

уҡыу залының баш китапханасыһы.
Читайте нас: