Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
22 Июнь 2018, 17:21

Бөрө студенттары Өфөлә "Студент яҙы"нда Гран-при яуланы

Быйыл да студенттарҙың “Студент яҙы - 2018” фестивале шаулап үтеп китте. Нисә йыл инде ул талантлы йәштәрҙе аса. Быйылғы фестивалдән БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары республика кимәлендә Гран-при яулап ҡайтты.

Республика фестивалендә Бөрөнән “Алена” халыҡ цирк студияһының һәм педагогика факультетының акробатик алымдар менән заманса бейеүе һәм инженер–технология факультеты студенттары ҡатнашты. Улар “Король Лир” әкиәте буйынса әҙерләнгән “Дефиле” менән сығыш яһаны. Унда ҡырҡ алты студент фил, бегемот һәм күп һанлы арыҫлан, болан, мышы, жираф, тәкә, күгәрсендәр булып кейенде. Хайуандар теле аша йәшәү мәғәнәһе аңлатылды. Сығышыбыҙ фестивалдең факультет, уҡыу йорто этаптарында ла тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Ә Өфөлә алҡыштарға күмелеүебеҙ бөтөнләй ғорурлыҡ тойғоһо уятты.

Инженер, технология, рәссам һөнәрҙәрен үҙләштергән факультетта бындай ижади эш менән шөғөлләнеү студенттарҙа дәрт кенә уята. Улар ҡатырға, таҡта, тимер кеүек материалдар менән эшләне. Рәссамыбыҙ Сатеник Мелконян тиҙ генә хайуандарҙың биҙәген төшөрҙө. Факультет уҡытыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Ә идеяны уҡыу йорто доценты Ольга Алексеевна Курбатова бирә.
Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: