Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
1 Июнь 2018, 16:41

Асҡында үткән “Коляскалар парады” конкурсы һәр йылдағыса тамашасыларҙы хайран итте

1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан бөгөн районыбыҙҙа төрлө саралар ойошторолдо. Шуларҙың иң матуры, иң сағыуы Асҡын ауылында уҙған “Коляскалар парады” булды.

Район хакимиәтенең спорт, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы һәм ”Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының ”Йәш гвардия” ойошмаһы үткәргән сарала һигеҙ коляска ҡатнашты. Әсәйҙәр коляскаларҙы ғына биҙәмәгән, балаларын да төрлө әкиәт персонаждары итеп кейендергән.

Сарала ҡатнашҡан әсәйҙәргә Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды. Ә Илина һәм Алина исемле ҡыҙҙар тәрбиәләгән Индира Әсләмова “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә эйә булды. Уға баҫманы, 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙҙырып, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Айгөл Сөләймәнова бүләк итте.

Афарин, әсәйҙәр һәм атайҙар! Үҙегеҙҙең тырышлығығыҙ, фантазияғыҙ, оҫта ҡулдарығыҙ менән һыуыҡ көндө ҡояшлы, йылы, нурлы иттегеҙ.
Читайте нас: