Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
15 Май 2018, 16:35

Борай районы Боҫтанай ауылында һәйкәл асылды

Боҫтанай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереп, мөһабәт һәйкәл төҙөлдө һәм тантаналы асылды.

Ҡузбай ауыл Советынан фронтҡа 676 кеше оҙатылған, уларҙың 326-һы һәләк булған, 149-ы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Улар араһында Боҫтанай ауылынан 167 кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шуларҙың 113-ө һуғышта һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғала, 54-е иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.Тантанала иҫән ҡалған берҙән-бер һуғыш ветераны Заһит Рәхимйән улы Әхтәриев ҡатнашты.
Читайте нас: