Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
26 Апрель 2018, 18:45

Борай районы Ҡайынлыҡ мәктәбе бейеү коллективы һәр саҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында

Коллектив 33 йыл эсендә тотороҡло эшләне, районда, ауылда үткән сараларҙың һәр ваҡыт уртаһында булды. Балаларға һәм үҫмерҙәргә музыкаль-эстетик тәрбиә биреү, хореография сәнғәтен үҫтереү, төрлө халыҡтар бейеүҙәре миҫалында традицияларҙы һаҡлау, репертуарҙың художество кимәлен һәм ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү төп эш йүнәлеше булып тора.

Әлеге ваҡытта “Йондоҙлоҡ” составында өлкән һәм кесе төркөм бар. Улар заманса, ә күберәге халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Һәр номерға үҙ сәхнә костюмдары тегелгән.

Коллектив күп тапҡырҙар район хакимиәтенең, мәҙәниәт идаралығының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Район конкурстарында, төрлө сараларҙа ҡатнашыу репертуарҙың байыуына, яңы бейеүҙәр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

Коллектив етәксеһе Розалия Ильяс ҡыҙы үҙе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бала саҡтан бейергә ярата. Борайҙың Пионерҙар йорто эргәһендәге бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән. Студент йылдарында Бөрө ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында эшләгән ансамблдә бейей. 1987 йылда балетмейстер Закир Исмәғилевтан бейеү дәрестәре ала һәм башҡа курстарҙа ла оҫталығын камиллаштыра.

— Бейеү баланың физик һәм эстетик үҫеше өсөн бик мөһим. Ул тәртипкә өйрәтә, сөнки мәктәптә лә, йәмәғәт эшендә лә, өйҙә лә бөтә нәмәгә өлгөрөргә кәрәк. Бейеү дәрестәре йәш быуында маҡсатсанлыҡ тәрбиәләй, тормошҡа сәләмәт ҡараш формалаштыра. Шулай уҡ коллективта йәшәргә өйрәтә. Олораҡ төркөм кесерәктәрҙе хәстәрләй, ярҙамлаша. Бейеү күнекмәләре балаларға мәктәпте тамамлағас та кәрәк буласаҡ, тип уйлайым. Сөнки уларҙың күбеһе студент йылдарында ла бейеүҙе ташламай, — ти Розалия Ильяс ҡыҙы.

Ауылдаштары мәктәптә ошондай бейеү коллективы барлығына ҡыуанып бөтә алмай. Киләсәктә балаларҙың ҡайһы бере генә профессиональ сәхнәлә бейеү юлын һайлаһа ла, уларҙың күңеленә һалынған матурлыҡ, гүзәллек орлоҡтары һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ.
Читайте нас: