Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
9 Апрель 2018, 17:00

Бөтә донъяға билдәле спортсы Рима Баталова Мишкәлә булып китте

13 тапҡыр Паралимпия, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова ауырлыҡтар алдында баш эйә торғандарҙан түгел. Был юлы ла, күҙ асҡыһыҙ буран сығыуына һәм ял көнө булыуына ҡарамаҫтан, мишкәләрҙе күрергә килде.

13 тапҡыр Паралимпия, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова ауырлыҡтар алдында баш эйә торғандарҙан түгел. Был юлы ла, күҙ асҡыһыҙ буран сығыуына һәм ял көнө булыуына ҡарамаҫтан, мишкәләрҙе күрергә килде. Ул үҙенең дуҫтарын — Сиэтл ҡалаһынан Вероника һәм Леонид Лисициндарҙы ла алып килгәйне. Был матур йәш ғаилә сығышы менән Брянск өлкәһенән. Улар АҠШ-та «Десна» футбол клубын етәкләй.
Мишкәләр ҡунаҡтарҙы «Триумф» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡаршыланы. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин район тормошонда һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рима Баталоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Рима Аҡбирҙе ҡыҙы төҙөлә башлағандан алып әлегә тиклем инвалидтар өсөн Рәсәйҙәге берҙән-бер ауыл спорт комплексы эшенең кураторы булып тора. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты йәштәр, спорт түңәрәктәре тәрбиәләнеүселәре менән дә йыш осраша, бағыусы ярҙамы ла күрһәтә.
— Чемпион булып тыумайҙар, — тине Рима Баталова. — Мин дә һеҙҙең кеүек ауылда үҫтем. Һеҙҙән айырмалы булараҡ, миңә спорт менән шөғөлләнергә әлеге кеүек мөмкинлектәр, шундай һоҡланғыс физкультура-һауыҡтырыу комплексы булманы. Ләкин теләк, ынтылыш һәм маҡсат бар ине.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы менән ҡунаҡтар был юлы ла буш килмәгәйне. Тантаналы рәүештә улар йәш спортсыларға ике комплект саңғы, фитнес дәрестәре өсөн тренажер һәм спорт формалары тапшырҙы.
Алена ГРИГОРЬЕВА.
Читайте нас: