Бөтә яңылыҡтар
Үәт, исмаһам!
2 Апрель 2018, 16:48

Асҡын уҡыусылары — еңеүсе!

Өфөлә “Ватан“ тигән уҡыусыларҙың тыуған яҡты өйрәнеү-тикшеренеү эштәреБөтә Рәсәй бәйгеһенең республика этабы үтте. Унда 45 район һәм 10 ҡаланан 166 бала белеменһынаны.

Өфөлә “Ватан“ тигән уҡыусыларҙың тыуған яҡты өйрәнеү-тикшеренеү эштәре Бөтә Рәсәй бәйгеһенең республика этабы үтте. Унда 45 район һәм 10 ҡаланан 166 бала белемен һынаны. Сарала Асҡын районынан дүрт уҡыусы ҡатнашып, уларҙың бөтәһе лә призлы урын менән ҡайтты. Ҡышлауйылға мәктәбенән Нурия Фәтхинурова (етәксеһе Эльза Ғәлиева, Эльмира Шәйхуллина) “Тыуған яҡтың экологияһын өйрәнеү“ номинацияһында — I, Алһыу Ризуанова (етәксеһе Эльза Ғәлиева) “Яҡташтар” номинацияһында III урынға лайыҡ булды. Асҡын 2-се мәктәбенән Айгөл Ғәйзуллина (етәксеһе Айгөл Хәтмуллина) “Тыуған яҡты әҙәби өйрәнеү ”номинацияһында — III, ә Табаҫҡытамаҡтан Виктория Шакирова (етәксеһе Глафира Фәйершина) “Хәрби тарих“ номинацияһында II урын яуланы.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: