Рәшиҙә Саҙретдинова Ҡариҙел районы Ҡараяр мәҙәниәт йортонда егерме йылдан ашыу эшләп, халыҡты бихисап матур байрамдар, ял кисәләре менән ҡыуандырҙы. Абруй ҡаҙанған, хөрмәт яулаған ҡатын хаҡлы ялда ла матурлыҡҡа ынтыла, кешеләрҙе шатландыра. «Баҡса үҫтерергә яратам. Сәскәләргә айырыуса иғтибар бирәм. Тәрбиәләп ҡарағас, бик матурҙар, төҫтәре сағыу, һабаҡтары ныҡ. Бигерәк тә рауза сәскәләрен яратам. Үҫентеләрен ауылдаштарыма ла бирәм», — ти ул.