Йәнтөйәк
-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
20 Ғинуар 2022, 15:30

Еңеү Наҙгөлгә ҡанаттар ҡуя

Наҙгөл Сафина Мишкә 2-се урта мәктәбенең 4-се класында белем ала. Әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, тырыш ҡыҙ байтаҡ уңыштарға өлгәшкән.

Еңеү Наҙгөлгә ҡанаттар ҡуя
Еңеү Наҙгөлгә ҡанаттар ҡуя

 

 

Наҙгөл Татарбай ауылында  Әнүзә Ғәлишан ҡыҙы һәм Эльвер Фәнил улы  Сафиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ата-әсәһенең көтөп алған ҡыҙҙары була ул. Гөлдәй наҙлы, сибәр булһын, тип ҡыҙ балаға Наҙгөл исемен ҡушалар. Наҙгөлдөң тағы ла Илнар, Нияз исемле ағайҙары бар. Улар Ҡазан дәүләт энергетика университеты студенттары. Наҙгөл мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәп фәндәренән рус, башҡорт, татар телдәре, математиканы үҙ итә. Дәрестән һуң бейеү түңәрәгенә йөрөй. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Тырыш, уңған ҡыҙ төрлө район конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Наҙгөл күптән түгел Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Башҡорт теле көнөнә арнап үткәргән  “Минең әкиәт” конкурсында ҡатнашып, призлы урын яуланы. Жюри ағзалары конкурста  ҡатнашыусыларҙың эштәрен ике төркөмгә бүлеп баһаланы: ололар һәм кескәйҙәр араһында әкиәт яҙыусылар. Улар 500-ҙән ашыу эш ҡараған. Еңеүселәр араһында Наҙгөлдөң булыуы шатландырҙы.

 — Наҙгөл бәләкәй саҡтан әкиәт уйлап сығарырға оҫта ине. Рифмаларын тап килтереп шиғыр ҙа яҙып ҡуя. Был конкурста еңеүебеҙ беҙҙең өсөн Яңы йыл бүләге булды. Наҙгөлгә, әйтерһең дә, ҡанаттар үҫте, бик шатланды,  — ти әсәһе Әнүзә Ғәлишан ҡыҙы.

 Гөбөргәйел ни өсөн әкрен йөрөй?

(Наҙгөл яҙған әкиәт)

Борон-борон заманда мәңге йылы яҡта йәшәгән, ти, гөбөргәйелгә оҡшаған бер йән эйәһе. Тик, гөбөрһөҙ икән. Ул бик тә етеҙ, еңел һикерә икән өҫтәүенә. Был йәнлек һикерһә, болоттарға барып етә, ти. Шулай бер көндө, уйын ваҡытында, һикерә-һикерә ҡыш була торған илдәргә барып сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Бына ел көсәйгән һәм күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡан, ти. Уны ел осортоп, тәгәрәтеп алып та киткән. Башын ҡулдары менән ҡаплап һаҡланырға тырышҡан ул, бик ныҡ ҡурҡҡан. Шул саҡ өҫтөнә ниҙер килеп төшкән. Уға бик йылы булып киткән. Был кәүҙәһен ҡапларлыҡ таш икән. Ул ел дә үткәрмәй торған булған. Шулай һалҡын көндәр үтеп тә киткән. Көндәр йылынғас, арҡалағы ташы эҫенән һаҡлаған. Шуға ла уға был өҫтөндәге япмаһы бик оҡшаған, унан айырылғыһы  килмәгән. Тик гөбөрө бик ауыр булғанға, ул уны бик тырышып әкрен генә тартып йөрөй икән. Бына шулай гөбөргәйел бик әкрен йөрөүсе булып киткән, ти.

Лилиә Хәсәнова.

Читайте нас: